+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 21:33

БДИ менән ТДИ быйыл нисек тапшырыласаҡ?

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) һәм Төп дәүләт имтиханын (ТДИ) тапшырыу тәртибен аңлатты.

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) һәм Төп дәүләт имтиханын (ТДИ) тапшырыу тәртибен аңлатты.
2020 йылда төп дөйөм белем һәм урта дөйөм белем тураһында аттестаттар алыу өсөн ТДИ һәм БДИ тапшырыу кәрәкмәй. Был документтар барлыҡ сығарылыш уҡыусыларына йыллыҡ билдәләр нигеҙендә биреләсәк. Туғыҙынсы класты тамамлағандар өсөн Төп дәүләт имтихандары бөтөнләй үткәрелмәй.
БДИ-ны быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләгәндәр генә тапшыра. Имтихандар һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә. Әлеге ваҡытта һынауҙарҙы 19 июндән йәки унан да һуңыраҡ үткәреү варианттары ҡарала. Был хаҡта ҡарар эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып ҡабул ителәсәк. БДИ бөтә ил буйынса берҙәм расписание буйынса уҙасаҡ.
Бөтә сығарылыш уҡыусыларының да үҙҙәре һайлаған юғары уҡыу йортона инеү өсөн кәрәк булған имтихандарҙы тапшырырға мөмкинлеге буласаҡ. Һынауҙар исемлеген вуздарҙың мәғлүмәт ресурстарында табырға мөмкин.
Берҙәм дәүләт имтихандары мотлаҡ “Роспотребнадзор”ҙың коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында тәҡдимдәрен иҫәпкә алып ойоштороласаҡ. Имтиханға инеү урындарында ойоштороусыларҙың да, уҡыусыларҙың да тән температураһы үлсәнәсәк, аудиторияларға алдан дезинфекция үткәреләсәк. Уҡыусылар бер-береһенән 1,5 метр ара һаҡлап ултыртыласаҡ. Рус теленән БДИ-ла, кешенең күп ҡатнашыуын иҫәпкә алып, имтиханды ике көнгә бүлеп уҙғарасаҡтар.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: