Дәүләкәндә 130 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. Ул Көнбайыш урамы, 34 адресы буйынса урынлашасаҡ. Баҡса барлыҡ заманса нормаларға һәм талаптарға яуап бирә.
Заказсы булып БР Капиталь төҙөлөш идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы тора. Объект “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттары булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан финанслана.
“Ҡаланың атап үтелгән биҫтәһендә йәшәгән бәләкәс балалы йәш ғаиләләр был ваҡиғаны бик көттө. Балалар баҡсаһы 2021 йылдың аҙағында – 2022 йыл башында эшләй башлар, тип планлаштырабыҙ”, – тиҙәр Дәүләкән район хакимиәтендә. Хакимиәт башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, төҙөлөш башланғансы бер нисә йылға һуҙылған ҙур эштәр эшләнгән. Проект-смета документацияһы әҙерләнгән, дәүләт экспертизаһы үткәрелгән, иң мөһиме – объект республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән.
Шулай уҡ ҡаланың Мәскәү урамында ла 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.