0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 11:20

Һауыҡҡандар башҡаларҙы ҡотҡара ала

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ковидҡа ҡаршы плазма донорҙарына аҡсалата түләүҙәр хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ковидҡа ҡаршы плазма донорҙарына аҡсалата түләүҙәр хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Коронавирус инфекцияһынан һауығып, кәмендә 300 мл плазма биреүселәргә 2500 һум, 450 мл өсөн – 3750 һум, 600 мл тапшырыусыларға 5000 һум түләнәсәк. Төбәк етәксеһе бындай ҡарар Өфө табиптарының коронавирустан һауыҡҡан кешенең плазмаһы ярҙамында ауыр хәлдәге ауырыуҙың ғүмерен ҡотҡарғандан һуң ҡабул ителеүен аңлатты.
“Указдың мәғәнәһе беҙҙең аҡса биреүебеҙҙә түгел, ә ауырып һауыҡҡан һәм вирусҡа ҡаршы есемле ҡан тапшырырға мөмкинлеге булған кешеләргә мөрәжәғәт итеүебеҙҙә”, – тине Радий Фәрит улы һәм төп бурыс кешеләр ғүмерен ҡотҡарыу булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул республикала коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалауҙа ҡан плазмаһын файҙаланыу тәжрибәһе ҡулланыла башлауын билдәләне.
Коронавирус инфекцияһынан һауыҡҡан кеше ҡанында барлыҡҡа килгән антиесемдәрҙе ауыр хәлдәгеләргә индереү уларҙың был сиргә ҡаршы тороусанлығын көсәйтә, ҡеүәтле дауалау һөҙөмтәһе бирә. Донор булыу өсөн сәләмәтләнгәндән һуң бер ай үтеүе мөһим.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: