-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 13:44

Зәңгәр яғыулыҡҡа сертификат

Башҡортостанда льготалы категорияға газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыу дауам итә. 2020 йылдың башынан льгота алған кешеләрҙең шәхси йорттарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу өсөн 3,6 миллион һумлыҡ сертификаттар түләнгән.

Башҡортостанда льготалы категорияға газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыу дауам итә. 2020 йылдың башынан льгота алған кешеләрҙең шәхси йорттарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу өсөн 3,6 миллион һумлыҡ сертификаттар түләнгән.
Билдәле булыуынса, был ҡарар республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ҡабул ителде. Уның маҡсаты - өйҙәренә тәбиғи газ индерә алмаған мохтаж кешеләргә ярҙам итеү.
Республика башлығының Указына ярашлы, 100 мең һумлыҡ сертификатҡа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан хәрбиҙәр, ә 60 мең һумлыҡ сертификатҡа мөмкинлектәре сикләнгәндәр, инвалид бала тәрбиәләгән, ишле ғаиләләр дәғүә итә ала. Шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҙә 100 мең һумлыҡ сертификат алыу хоҡуғына эйә.
Сертифкат алғандан һуң, ике йыл дауамында ғәмәлдә ҡала. Йыл башынан алып республика ҡаҙнаһы иҫәбенә торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығы тарафынан 3,6 миллион һумлыҡ 55 сертификаттың аҡсаһы түләнгән.
Быйыл 220 миллион һум аҡса бүленгән. Был программала ҡатнашыу өсөн халыҡты социаль яҡлау республика һәм күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: