+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 14:34

Үҙмәшғүл граждандарҙың һалымы тураһында

Рәсәй Президентының 11 майҙағы мөрәжәғәтенән һуң социаль яҡлау саралары хаҡында республика эксперттары ла үҙ фекерҙәре менән бүлешә.

Рәсәй Президентының 11 майҙағы мөрәжәғәтенән һуң социаль яҡлау саралары хаҡында республика эксперттары ла үҙ фекерҙәре менән бүлешә.
Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты, республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһаринаның фекере үҙмәшғүл гарждандарҙың эшмәкәрлегенә ҡағыла.
-Аҙна башынан алып барлыҡ санитария ҡағиҙәләрен һәм нормаларын теүәл үтәгән, махсус һалым режимы булған үҙмәшғүл граждандарға эшләргә рөхсәт бирелде.
Шулай уҡ Рәсәй Президенты үҙ мөрәжәғәтендә, үҙмәшғүл кешеләрҙең 2019 йылда түләгән һалымдарын кире ҡайтарып алыу мөмкинлеге бар тип белдерҙе.
Был үҙ эшендә яһалма хеҙмәт йәлеп итмәгән һәм һөнәри килемгә һалым түләгән граждандар өсөн үтә лә мөһим. Сөнки, ҡурсаланыу көндәрендә улар хеҙмәт күрһәтә алманы һәм килемһеҙ ҡалды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: