+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 17:35

Әләгәҙ ауылын танымай торорһоғоҙ әле

Мәсетле районында “Заманса ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу быйыл да дауам итә.

Мәсетле районында “Заманса ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу быйыл да дауам итә.
Кисә Әләгәҙ ауылында ял һәм мәҙәниәт паркын төҙөкләндереү башланды. Эштәрҙе “Йылылыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Спорт майҙансығын да ҡушып, парктың биләмәһе 2 гектар тәшкил итә. Унда түбәндәге саралар ҡаралған: юлдарҙың һәм тротуарҙарҙың ябыуын яңыртыу, балалар майҙансығы ҡороу, яҡтыртыу ҡоролмаларын, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу, спорт майҙансығына тренажерҙар ултыртыу һәм башҡалар.
Билдәләнгән эштәрҙең тамамланыу ваҡыты – 1 ноябрь.
2019 йылда атап үтелгән программа сиктәрендә райондың Оло Устьикин ауылында “Атлант” паркы яңыртылғайны. Ә Оло Ока ауылында Еңеү паркында асфальт түшәлде, яҡтыртыу ҡоролмаларын, эскәмйәләр, урналар ҡуйылды.
Быйылғы эштәр һөҙөмтәһендә Әләгәҙ ауылы күркәмләнеп ҡалыр, урындағы халыҡ өсөн заманса ял итеү урыны барлыҡҡа килер.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: