Профилле федераль министырлыҡ Рәсәй иҡтисадын тергеҙү планы өҫтөндә эш башлай. Ул ағымдағы һәм киләһе йылдарҙы үҙ эсенә ала, тип белдерҙе министр Максим Решетников.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә 1 июнгә тиклем көрсөктән сығыу буйынса дөйөм милли план әҙерләргә ҡушҡайны. Ул иң элек мәшғүллекте тергеҙеүҙе, халыҡтың аҡса килемен күтәреүҙе күҙ уңында тоторға тейеш.
Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ил иҡтисады тармаҡтарына структур үҙгәрештәр индереү ҙә ҡарала. Йәғни, ябай һүҙ менән әйткәндә, дәүләт яңы һәм алдынғы сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ йүнәлештәрен үҫтереү өсөн көс һалмаҡсы. Быға тиклем беҙ нефть һәм тәбиғи газға ҡарап торҙоҡ. Уларға донъя баҙарында хаҡтың кинәт төшөп китеүе ҡаҙнаны аҡса менән тулыландырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы.