-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 17:20

Хеҙмәтләндереү предприятиеларында тикшереүҙәр дауам итә

Республикала “Юғары әҙерлек” режимы ваҡытындағы талаптарҙы һәм сикләүҙәрҙе, ҡағиҙәләрҙе үтәү буйынса сауҙа нөктәләрен тикшереү дауам итә.

Республикала “Юғары әҙерлек” режимы ваҡытындағы талаптарҙы һәм сикләүҙәрҙе, ҡағиҙәләрҙе үтәү буйынса сауҙа нөктәләрен тикшереү дауам итә.
Улар иҫәбендә һатыусылар һәм һатып алыусылар яғынан шәхси һаҡланыу сараларын үтәү, дезинфекциялау, бүлмәләрҙе елләтеү, дистанция тотоу, хеҙмәткәрҙәрҙең температураһын үлсәү журналының иҫәбен алып барыу һәм башҡа саралар инә.
Сауҙа объекттары, йәмәғәт туҡланыуы, халыҡты хеҙмәтләндереү предприятиеларына рейд барышында барлыҡ талаптарҙың да үтәлмәүе асыҡланған.
12 майҙан алып Өфө, Сибай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрский ҡалаларындағы 1184 объектта мониторинг үткәрелгән. Шунда 89 объектта битлектәр, 297 предприятиела хеҙмәткәрҙәр тарафынан бирсәткәләр файҙаланылмаған. 117 объектта дистанция тотолмай, ҡулланыусыларҙың күбеһе йәмәғәт урындарына сыҡҡанда битлек һәм бирсәткә файҙаланмай.
Ошондай етешһеҙлектәр 13 майҙа Өфөнөң “Дим” һәм “Колхоз” баҙарҙарында теркәлгән. Иҫкәрмәләрҙе хәл итеүгә тиклем “Дим” баҙары эшмәкәрлеген туҡтатылған.
21 апрелдән алып бөгөнгәсә 10204 объектта тикшереү үткәрелгән. Барлығы 111 ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән, административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 39 протокол төҙөлгән, республика судына 23 материал ебәрелгән.
Ҡәтғи саралар физик шәхестәргә лә ҡағыла. Административ яуаплылыҡҡа 44 кеше тарттырылған. Штраф күләме лә ярайһы ҙур. Бер меңдән - 30 меңгәсә, етәкселеккә - 10 меңдән 50 меңгәсә, эшҡыуарлыҡ менән булышҡандарға - 30 меңдән 50 меңгәсә, ә юридик шәхестәргә 100 меңдән 300 меңгәсә штраф янай. Әгәр ҙә хоҡуҡ боҙоусы икенсегә эләгә икән, предприятиеға ябылыу ҡурҡынысы бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: