+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 16:16

Башҡортостанда милли проекттар бик яҡшы яҡтыртыла

Башҡортостан – милли проекттарҙы телгә алыу буйынса тәүге өс төбәк араһында. 2020 йылдың апрелендә киң мәғлүмәт сараларында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” (27,3 мең хәбәр), “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (11,4 мең хәбәр) милли проекттары тураһында мәғлүмәт йыш баҫылған. Был хаҡта “Медиалогия” компанияһының “Рәсәйҙең киләсәге. Милли проекттар” (“Будущее России. Национальные проекты”) порталы өсөн махсус әҙерләгән тикшереүендә әйтелә.

Башҡортостан – милли проекттарҙы телгә алыу буйынса тәүге өс төбәк араһында.
2020 йылдың апрелендә киң мәғлүмәт сараларында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” (27,3 мең хәбәр), “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (11,4 мең хәбәр) милли проекттары тураһында мәғлүмәт йыш баҫылған. Был хаҡта “Медиалогия” компанияһының “Рәсәйҙең киләсәге. Милли проекттар” (“Будущее России. Национальные проекты”) порталы өсөн махсус әҙерләгән тикшереүендә әйтелә.
Үткән айҙа икенсе урында булған “Демография” милли проекты апрелдә өсөнсө урынға ҡалған (11,2 мең хәбәр).
Милли проекттар контексында киң мәғлүмәт сараларында иң күп телгә алынған төбәктәр булып Нижегород өлкәһе (7 мең хәбәр), Башҡортостан Республикаһы (3,9 мең хәбәр), Мәскәү өлкәһе (3,8 мең хәбәр) тора.
Башҡортостан журналистары республикала күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәге – автоклубтар барлыҡҡа килеүе, яңы кооперативтар асылыуы, яңы мәктәптәр төҙөлөүе хаҡында күп яҙған.
Фото “Рәсәйҙең киләсәге. Милли проекттар” (“Будущее России. Национальные проекты”) сайтынан алынды. .
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: