0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 16:13

Балалар дауаханаһына – яңы ҡорамал

Республика балалар клиник дауаханаһының психоневрология һәм эпилептология үҙәгендә юғары технологиялы цифрлаштырылған Neurofax электроэнцефалографы (ЭЭГ) эшләй башланы, тип белдерә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Заманса электроэнцефалограф бәләкәс пациенттарҙың баш мейеһенә дауамлы һәм ентекле видеотикшереү үткәрергә мөмкинлек бирә. Махсус яҡтыртыу системаһы арҡаһында ул көндөҙ генә түгел, ҡараңғыла ла эшләй.
ЭЭГ-мониторинг баш мейеһе эшен аудио һәм видео форматтарында дауамлы яҙып бара ала. Был иһә бөтә неврологик тайпылыуҙарҙы диагностикалау өсөн мөһим мәғлүмәт бирә.
Яңы аппарат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: