+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 11:30

15 майҙан һуң ҡулай булыр

Президент Владимир Путин үҙенең 11 майҙағы мөрәжәғәтендә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында белдергәйне. Бөгөнгө шарттарҙа уны дәүләт хеҙмәтләндереү порталы аша юллауы иң ҡулайы.

Бына барыһы ла аңлай, һәм үҙ хоҡуҡтары менән тәүге көндән үк файҙаланыу ниәтендә халыҡ компьютер артына ултырҙы. Дәүләт хеҙмәтләндереү порталы бындай көсөргәнеште күтәрә алмыны – ҙур тотҡарлыҡтар килеп тыуҙы. Элемтә министырлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер көндә 17 млн. кеше сайтҡа ингән, йә, инеү өсөн ынтылыш яһаған. Ике миллион дәғүәсе ғариза бирергә өлгәшкән.
Өҫтәмә дәүләт ярҙамын алыу өсөн 1 октябргә тиклем интернет аша, күп профилле үҙәккә (МФЦ) йәки пенсия фонды бүлексәләренә килеп мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Пенсия фонды белгестәре фекеренсә, түләүҙе 15 майҙан һуң юллай башлау иң отошло ҡарар булыр ине.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: