+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 17:58

11 ауырыу – яһалма һулыш аппаратында

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус йоҡтороусылар республикала көн һайын күбәйә. Кисә 49 яңы ауырыу өҫтәлһә, һуңғы тәүлектә сир тағы 88 кешелә билдәле булған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус йоҡтороусылар республикала көн һайын күбәйә. Кисә 49 яңы ауырыу өҫтәлһә, һуңғы тәүлектә сир тағы 88 кешелә билдәле булған. COVID-19 диагнозы раҫланған осраҡтар хәҙер 1784-кә етте.
Әле дауаханаларҙа 580 ауырыу мәкерле вирусҡа ҡаршы көрәшә. Шуларҙың 49-ының хәле ҡәнәғәтләнерлек, 120-һенең – уртаса ауырлыҡта. 39 сырхау ауыр хәлдә, 11-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.
664 сирле дауаны өйөндә ала. Тәүлек эсендә йәнә 56 ауырыу сәләмәтләнгән. Эпидемия башланғандан бирле барлығы 524 кеше сир “тырнағынан” ҡотолған.
1598 яҡташыбыҙ обсерваторҙарға урынлаштырылған, 20 мең кеше үҙизоляцияға ебәрелгән...
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: