-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 12:51

Йөрәктәр һау булһын

Башҡортостанда медицина ойошмаларына утыҙҙан ашыу кардиограф алынды. Цифрлаштырылған компьютер кардиографтары киҫкен коронар синдромлы пациенттарға ярҙам күрһәтер өсөн тәғәйенләнгән. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, улар республиканың коронавируслы ауырыуҙар өсөн госпиталь базаға әүерелгән ете медицина ойошмаһына тапшырылған.

Электрокардиограмманы цифрлы форматта ауырыуҙарҙың электрон медицина картаһына тапшырыу өсөн кардиографтар республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына тоташтырылған.
Ҡан әйләнеү системаһы ауырыуҙары үҫеше хәүефе юғары булған пациенттарҙы билдәләр өсөн республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында махсус иҫәп, маршрутизация һәм мониторинг системаһы ҡулланыла. Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланған ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм күҙәтеү өсөн берләштерелгән логистик үҙәк эшләй. Һанлы ЭКГ менән эшләү ауырыуҙарға тиҙ һәм аныҡ диагноз ҡуйыуға ярҙам итә.
Заманса медицина аппараттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: