+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 19:45

Видеоролик төшөр һәм социаль селтәрҙәргә һал

Халыҡ-ара ғаилә көнө байрамы алдынан – ул 15 майға тура килә – Республика милли ижад үҙәге “Башҡортостандың талантлы ғаиләләре” флешмобын башлай.

Халыҡ-ара ғаилә көнө байрамы алдынан – ул 15 майға тура килә – Республика милли ижад үҙәге “Башҡортостандың талантлы ғаиләләре” флешмобын башлай.
Унда ижади һәм талантлы, социаль йәһәттән әүҙем ғаиләләр ҡатнаша ала. Музыка ҡоралдарында уйнайһығыҙ, һүрәт төшөрәһегеҙ, халыҡ кәсептәре менән мауығаһығыҙ икән – рәхим итегеҙ.
Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙәге үҙегеҙҙең битегеҙгә ғаилә талантын сағылдырған видеоролик ҡуйығыҙ һәм мотлаҡ #талантливыесемьибашкортостана хэштегын ҡуйығыҙ. Роликтың оҙайлығы 4 минуттан артмаһын.
15 май – флешмоб үткәреүҙең һуңғы көнө.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: