+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 12:56

Төҙөкләндереү конкурсында ҡатнашасаҡтар

Республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ойошторолған иң яҡшы уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттары конкурсына тағы ла 11 ғариза әҙерләнә.

Республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ойошторолған иң яҡшы уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттары конкурсына тағы ла 11 ғариза әҙерләнә.
Әлегә тиклем конкурста ҡатнашып грант алыусылар араһында республиканың 8 муниципалитеты бар. Уларҙың өсөһө (Бөрө, Ишембай, Бәләбәй ҡалалары) 2019 йылда еңеүсе булһа, бишәүһе (Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары, Николо-Березовка ауылы) 2020 йылда еңеү яулаған.
Иң яҡшы уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттары конкурсында быйыл еңгән биш проект буйынса әле проект-смета документтары әҙерләүгә килешеүҙәр төҙөлгән, июндә төҙөлөш-монтаж эштәре буйынса муниципаль контракттар төҙөүгә конкурс үткәреү планлаштырыла. Объекттарҙы тапшырыу ваҡыты – 2020 йылдың 30 декабре.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: