Өфө ҡалаһында йәшәүселәр “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһынан түбәндәге мәғлүмәт алған.
Унда, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр 31 майға тиклем тейешле справка бирмәһә, һөт аҙығы биреү туҡтатыла, тиелгән.
“Һөт кухняһы” учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, смс-мәғлүмәт таратҡан ваҡытта техник етешһеҙлектәр килеп сыҡҡан. Шул арҡылы ҡулланыусыларға яңылыш мәғлүмәт киткән. Һөт аҙыҡтарын тапшырыуҙа өҙөгөүҙәр юҡ, учреждениеның эше туҡтатылмай.
Бынан тыш, учреждение ҡурсаланыу режимынан яйлап сығыу уңайынан ҡулланыусыларына иҫкәртеүсе мәғлүмәт еткерә: ата-әсәләр яҡын көндәрҙә документтарҙың төп нөсхәһен алып килеп еткерергә тейеш.