Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре барышында “Стеклонит” асыҡ акционер йәмғиәтендә булды. Был компания үҙ ҡеүәтен модернизациялау буйынса ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра.
Компания 1961 йылдан эшләгән Өфө текстиль быяла сүс етештереү заводы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Бөгөн ул «Рускомпозит» компаниялар төркөмөнә инә. Предприятие быяла сүс һәм унан әйберҙәр, шулай уҡ гидротехника, юл, машина һәм судно төҙөүҙә, нефть һәм газ өлкәһендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланылған геосинтетик материалдар етештереү менән шөғөлләнә.
2019 йылдан алып “Стеклонит” етештереүҙе модернизациялау буйынса инвестиция программаһын тормошҡа ашыра. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 600 миллион һум тәшкил итә. Завод ҡеүәтен тулыһынса 2 йылда яңыртыр, тип планлаштырыла. Былтыр компания Тверҙәге етештереү майҙандарының береһен Өфөгә күсереү буйынса проектын бойомға ашырған.
Башҡортостан Башлығы продукция етештереү технологияһы, сығарылған әйберҙәр өлгөләре менән танышты, шулай уҡ предприятиеның үҫеше тураһында кәңәшмә үткәрҙе. Радий Хәбиров компания етештергән материалдарҙың һәм әйберҙәрҙең Башҡортостанда юл төҙөлөшө өлкәһендә ҡулланыуҙың юғары потенциалын билдәләне.