+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 10:45

Республикала мәктәптәр һәм балалар баҡсалары нисек эшләйәсәк

Ҡурсаланыу режимынан сығыу уңайынан, республика хөкүмәтенә мәктәптәр һәм балалар баҡсаларының эше хаҡында куп һорауҙар килә.

Ҡурсаланыу режимынан сығыу уңайынан, республика хөкүмәтенә мәктәптәр һәм балалар баҡсаларының эше хаҡында куп һорауҙар килә.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров социаль селтәрҙәрҙә кешеләрҙең мөрәжәғәттәренә аңлатма бирҙе.
Етәксе билдәләүенсә, 12 майҙан республиканың бөтә белем биреү учреждениелары ла элекке режимда эшләүен дауам итә. Йәғни белем алыу дистацион рәүештә бара.
1-4 класс уҡыусылары өсөн уҡыу йылы - 22 майҙа, ә 5-11 класстар өсөн ул 29 майҙа тамамлана. Колледж һәм юғары уҡыу йорттарында ул планға ярашлы алып барыла.
12 майҙан эшкә сыҡҡан ата-әсәләрҙең балалары өсөн балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр асыласаҡ. Бының өсөн ғариза менән мәғариф бүлегенә йә иһә баҡсаның етәксеһенә мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Тик баланың сәләмәт булыуы хаҡында справка талап ителә. Уны участка педиатрҙарын өйгә саҡыртып алырға мөмкин.
Өҫтәмә белем биреү учреждениелары, яңы талаптар барлыҡҡа килгәнсе, шул уҡ дистацион режимдағы эшмәкәрлеген дауам итә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: