+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 12:27

Легендар Салауат Юлаев һәйкәленә - 55 йыл

55 йыл элек БАССР-ҙың Министрҙар Советы милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһындағы ҡарар ҡабул итә.

55 йыл элек БАССР-ҙың Министрҙар Советы милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһындағы ҡарар ҡабул итә.
Бындай идея Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ барлыҡҡа килә. Милли геройға һәйкәл хаҡындағы беренсе ҡарар 1943 йылдың авгусында уҡ баҫыла. Унда сәнғәт буйынса идаралыҡтың заказы буйынса скульптор Сосланбек Тавасиевтың эскиз проектын дәүләт комиссияһы ҡабул итергә тейеш була. Был турала, архив документтарына таянып, билдәле крайҙы өйрәнеүсе, журналист Юрий Ергин яҙып сыға.
Ауыр ваҡыттар булыуға ҡарамаҫтан республика бюджетынан 140 мең һум аҡса бүленә. Ул эш башлау һәм һәйкәлдең макеты өсөн тәғәйенләнгән була. Буласаҡ һәйкәлдең ҡуйыу урынын да бер нисә тапҡыр үҙгәртәләр, бәхәстәр ҡуйыра. Ләкин скульптор Сосланбек Тавасиев, был монументаль эште аҙағына еткереү, атлы скульптураны әлеге урында урынлаштырыу өсөн ҡаты тора Уның сығышының стенограммаһы әле лә һаҡланған. Унда былай тиелә:
“Тик ошо урында Салауат - халыҡ геройы булараҡ доньяға танылыу яулаясаҡ. 12 йыллыҡ ижади эште һәм уға киткән сығымдарҙы бер һүҙ менән генә юҡҡа сығарырға ярамай. Салауат образын эшләгәндә мин нәҡ шул урынды күҙ уңында тоттом. Әгәр ҙә милли геройҙы ҡала уртаһында урынлаштырыу зарурлығы бар икән, унда бөтөнләй икенсе Салауат кәрәк, ә мин ундай скульптураны эшләргә бер ниәтем дә юҡ”.
Салауат Юлаев һәйкәле урынлаштырылған урын бик бәхәсле була. Унда йәшәгән кешеләрҙән ялыуҙар килә. Буласаҡ скульптура өсөн майҙан бушатыу өсөн 21 йорт, 31 ғаиләне икенсе урынға күсереү эше талап ителә. Шулай итеп, һәйкәлдең урыны 1961 йылдың май айында хәл ителә. Уны ҡороуға рөхсәт 1965 йылда алына, ә Министрҙар Советының ҡарары шул уҡ йылдың 12 майында ҡабул ителә. Һәйкәл тик ике йылдан, 1967 йылдың 17 ноябрендә асыла.
Һәйкәлдең ауырлығы 40 тонна, бейеклеге 9,8 метрға етә. Скульптура ай ярым дауамында Ленинград заводында ҡойола. Был һәйкәл өсөн уның авторы, скульптор Сосланбек Тавасиев СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Салауат Юлаев һәйкәле тап Ағиҙел яры буйында урынлаштырыла. Бөгөн дә ул Башҡортостан халҡының ғорурланырлыҡ урыны, Өфөнөң визит карточкаһы булып тора.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: