+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 18:54

Коронавирус йоҡтороусылар ҡайҙа күберәк?

Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала коронавирус сиренең раҫланған осраҡтарының иң күбе Өфөгә тура килә – 527.

Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала коронавирус сиренең раҫланған осраҡтарының иң күбе Өфөгә тура килә – 527.
Тәүлек эсендә баш ҡалала тағы 27 яңы ауырыу өҫтәлгән. Икенсе “урында” – Нефтекама ҡалаһы, унда COVID-19 238 кешене аяҡтан йыҡҡан. 87 ауырыу теркәлгән Бәләбәй иһә – өсөнсө.
Өфө районында ла сир йоҡтороусылар байтаҡ – 51. Тәтешле районында, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында –39-ар.
Ҡырмыҫҡалыла – 31, Кушнаренда 26 кеше вирус эләктергән.
Был исемлектә – республиканың 63 ҡала һәм районы. Мәғлүмәттәр ауырыуҙарҙың йәшәү урыны буйынса түгел, теркәлеү адресы буйынса бирелә. Башҡортостанда әле һәр 100 мең кешегә коронавирус йоҡторған 42,2 ауырыу тура килә.
Һуңғы тәүлектә республикала ауырыуҙар 49-ға күбәйгән – уларҙың дөйөм һаны хәҙер 1696.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: