12 майҙа Башҡортостан үҙизоляция режимын йомшартты, шул уҡ ваҡытта битлек режимын күҙәтеүгә контроль ҡәтғиләштерелә.
Йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткә кейеү мотлаҡ талап булып тора. Битлек режимын боҙған өсөн штрафтар күләме билдәләнде:
граждандар өсөн - 1-3 мең һум, ҡабаттан боҙғанда - 3-5 мең һум;
вазифалы кешеләр өсөн - 5-15 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 15-30 мең һум;
юридик берәмектәр өсөн - 50-100 мең һум, ҡабаттан боҙғанда - 100-200 мең һум. Граждандарға ҡарата иҫкәртеү генә яһауҙары ла мөмкин.
Ил, республика аҡрынлап үҙизоляция режимынан сығыуға юл тота. Әле һаҡланыу сараларын күҙәтеү бигерәк тә мөһим: сөнки күптәр эшкә сыҡты, урамдарҙа халыҡ күбәйҙе. Кешеләрҙең битлек кеймәйенсә йөрөүе коронавирус йоҡтороуҙың, вафат булыусыларҙың ҡырҡа артыуына килтереүе ихтимал.