+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
13 Май 2020, 10:45
“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса
Нефтекамала күп ҡатлы йорттар ихаталарын төҙөкләндереүгә дәррәү тотондолар. Быйыл ҡалала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса эштәр айырым йорттар алдында түгел, ә тотош кварталдарҙа бер юлы алып барыла.

“Танып” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһының техник директоры Аветик Нргеян билдәләүенсә, Парковая урамына ҡараған 6-сы, 8-се, 10-сы һәм Комсомол урамындағы 44-се, 46-сы йорттар тирәһендә йәйәү йөрөү юлдары, машина ҡуйыу урындары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары комплекстары эшләнәсәк.
Ағымдағы йылда Нефтекамала бөтәһе 17 йорт яны биләмәһе төҙөкләндереләсәк.
Автор:
Рәсүл Байгилдин
Читайте нас:
Беҙ – Телеграмда!
Дуҫтар, беҙҙең Телеграм-каналға рәхим итегеҙ: https://t.me/bashkizi
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять