+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 10:00

Радий Хәбиров ҡайһы бер сикләүҙәрҙе алды

Президент Владимир Путин 12 майҙан коронавирус һалыуына бәйле иғлан ителгән мәжбүри ял көндәренең тамамланыуы тураһында иғлан итте, тип яҙғайныҡ инде. Ҡурсаланыу осоронда индерелгән ҡайһы бер сикләүҙәр Башҡортостанда ла алынды.

Президент Владимир Путин 12 майҙан коронавирус һалыуына бәйле иғлан ителгән мәжбүри ял көндәренең тамамланыуы тураһында иғлан итте, тип яҙғайныҡ инде. Ҡурсаланыу осоронда индерелгән ҡайһы бер сикләүҙәр Башҡортостанда ла алынды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров тотҡарлыҡһыҙ сығып йөрөү, санитар норма ҡағиҙәләрен күҙәткән хәлдә парктарҙы, скверҙарҙы, балалар майҙансыҡтарын асыу һәм шул уҡ ваҡытта маска режимын көсәйтеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Кешеләр күпләп йөрөгән ойошмалар элеккесә эшләмәйәсәк. Был исемлеккә кинотеатрҙар, бассейндар, фитнес-клубтар, музейҙар һәм башҡа учреждениелар инә. Ил етәксеһе күп халыҡ йыйылған саралар артабан да тыйыла тип белдергәйне үҙенең мөрәжәғәтендә. Был талап Башҡортостанға ла ҡағыла, әлбиттә.
«Дорога02» сайты ябыла. 65 йәштән олораҡ кешеләргә шулай уҡ хроник ауырыуҙарға киске 18.00 сәғәттән иртәнге 6.00 сәғәткә тиклем урамға сығыу тыйыла. Уҡыусы балалар киске 20.00 сәғәттән көндөҙгө 14.00 сәғәткә тиклем өйҙә ҡалырға тейеш.
Йәмәғәт урындарында маска режимын тотоу ҡаты күҙәтеү аҫтына алына. Хоҡуҡ һаҡлау органдары был йүнәлештә эште көсәйтәсәк.
Ҡайһы бер талаптарға яуап биргән (майҙаны буйынса санитарн-эпидемиологик ҡағиҙәләр талаптарын ҡәнәғәтләндергән, айырым инеү-сығыу урыны булған) аҙыҡ-түлек булмаған сауҙа ойошмалары асыла.
Ошо көндәрҙә эшләргә рөхсәт ителгән предприятие һәм ойошмаларҙың исемлеге биреләсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: