-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 01:34

Ниһайәт, тыуған ерҙәләр

Кисә “Өфө” аэропорты “Якутия” авиакомпанияһының SYL-9238 Талакан – Өфө рейсын ҡабул итте.

Кисә “Өфө” аэропорты “Якутия” авиакомпанияһының SYL-9238 Талакан – Өфө рейсын ҡабул итте.
Самолет коронавирус усағына әйләнгән Чаянда ятҡылығында вахта менән эшләүсе 140 яҡташыбыҙҙы алып ҡайтты.
Рейс килеп төшөү менән бортҡа санитар табиптар һәм аэропорт вәкилдәре күтәрелде. Пассажирҙарҙың температураһын үлсәп, уларҙы трап эргәһендә үк көтөп торған автобустарға ултырттылар һәм обсерваторға оҙаттылар. 60 кеше – “Танып” шифаханаһына, 80-е “Сәләмәтлек шишмәһе” профилакторийына юлланды.
Рейсты ҡаршы алыусыларҙың барыһы ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи күҙәтте, улар шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгәйне. Пассажирҙарҙың багажына, шулай уҡ самолетҡа “Республика дезинфекция үҙәге” хеҙмәткәрҙәре ентекләп дезинфекция үткәрҙе.
Башҡортостанға һуңғы ваҡытта Чаянданан барлығы 1350 вахтасы ҡайтты. Республикабыҙҙың Рәсәй төбәктәренән беренсе булып Яҡутстандағы был ятҡылыҡта эшләүселәрҙе ҡайтара башлауын билдәләп китәбеҙ. Унан йәмғеһе 1800-ләп яҡташыбыҙ ҡайтырға тейеш.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: