+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 18:41

Коронавирусҡа бәйле хәл хаҡында

12 майға ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 1647-гә етте.

12 майға ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 1647-гә етте.
Тәүлек эсендә сир тағы ла 80 кешелә табылған. 697 ауырыу өйөндә дауаланһа, 468-е дауаханала ята. 46-һының хәле ауыр, 11-е – яһалма һулыш аппаратында.
Республика буйынса һауығыусылар барлығы – 466. Һуңғы тәүлектә тағы 30 кеше дауахананан сыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡурҡыныс сир аҙаҡҡы тәүлектә бер яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән... 1953 йылғы ҡатын, коронавирус инфекцияһынан тыш, астманан, хроник обструктив үпкә ауырыуынан да яфаланған булған. Эпидемия башланғандан алып республикала 16 кеше донъя ҡуйҙы.
Рәсәй әле коронавирус менән ауырыусылар һаны буйынса, АҠШ-тан ҡала, донъяла икенсе урында. Илебеҙҙә COVID-19-ҙы йоҡтороусылар 232 243-кә етте, Ер йөҙөндә – 4 251 071...
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: