-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 03:25

Эсәр һыуҙарыбыҙ таҙа булһын

Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ошо көндәрҙә Өфө районының Ҡомлокүл, Горново, Ҡыҙыл Яр, Яҡшиван, Карюгино һәм Тәжрибә хужалығы ауылдарында һыу алыу һәм ебәреү ҡоролмаһы, һыу менән тәьмин итеү селтәре төҙөү мәсьәләләре буйынса ултырыш үткәрҙе.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был объектты төҙөүҙе министрлыҡ ҡаты күҙәтеүҙә тота.
– Халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү – мөһим стратегик бурыстарҙың береһе. Республикала был эш эҙмә-эҙлекле һәм әүҙем башҡарыла, – тине Борис Беляев.
Һыу алыу һәм ебәреү ҡоролмаһы, һыу менән тәьмин итеү селтәре төҙөү һәм монтажлау эштәре график буйынса алып барыла. 10 мең самаһы кеше йәшәгән алты ауылда эштәр 2019 йылда “Экология” милли проектына ингән “Таҙа һыу” төбәк проекты сиктәрендә башланған. 2021 йылда ҡоролма эксплуатацияға индереләсәк.
Фото БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: