Коронавирус шарттарында берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға яңы талаптар ҡуйыла.
Уны илдең фән һәм мәғариф министрлығы Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте менән берлектә хәл иткән.
Имтихандар ваҡытында уҡыусылар бер береһенән алыҫыраҡ ултыртыласаҡ. Бынан тыш балаларға санитар талаптары ҡуйыла: температура үлсәү, ҡулдарҙы йыуып, антисептик менән зарарһыҙландырыу.
Был хаҡта ведомство министры урынбаҫары Дмитрий Глушко РИА Новости агентлыгына әңгәмәһендә белдергән.
Уның билдәләүенсә, әлеге мәлдә имтихандарҙы күсереү буйынса ҡарар ҡабул ителмәгән. Дмитрий Глушко әйтеүенсә, колледжҡа уҡырға инеү өсөн берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу кәрәкмәй.