-24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 12:30

Ҡасан мәғариф учреждениелары асылыр

12 майҙан алып ил халҡы яйлап эш режимына көйләнә башлай. Ә бына балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм уҡыу йорттарының асылыу-асылмауын урындағы төбәк башлыҡтары һәм табиптар хәл итәсәк.

12 майҙан алып ил халҡы яйлап эш режимына көйләнә башлай. Ә бына балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм уҡыу йорттарының асылыу-асылмауын урындағы төбәк башлыҡтары һәм табиптар хәл итәсәк.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең клиник тикшеренеүҙәр бүлеге етәксеһе Татьяна Руженцева билдәләүенсә, белем биреү учреждениеларының эше ҡурсаланыуҙан сығыуҙың икенсе һәм өсөнсө этабында башланасаҡ. Башлыса мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар икенсе, ә мәктәптәр һәм уҡыу йорттары өсөнсө этапта асылыр тип күҙаллана.
Барыбер ҙә һуңғы һүҙ төбәк башлыҡтарынан буласаҡ. Сөнки коронавирустың таралыу күрһәткестәре һәр төбәктә төрлөсә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в