+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2020, 23:47

Йоғошло сирҙәрҙе дауалау өсөн яңы үҙәк төҙөлә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө районында алып барылған яңы инфекция үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө районында алып барылған яңы инфекция үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты.
Республика етәксеһе төҙөлөш майҙанында буласаҡ дауахананың корпустарын, медицина персоналы өсөн 46 урынлыҡ дөйөм ятаҡты ҡараны. Етәксенең белдереүенсә, үҙәк 25 майға пациенттарҙы ҡабул итергә тейеш.
-Был обьект беҙгә бик кәрәкле. Сөнки ошонда коронавирус йоҡторған сирлеләр өсөн махсуслаштырылған ярҙам ойошторорға теләйбеҙ. Бынан тыш, был төҙөлөш беҙгә бик ҡыҙыҡлы тәжрибә бирә. Корпус тышҡы яҡтан матур, ә эстә бөтә уңайлыҡтары бар. Киләсәктә беҙ ошо практиканы ФАП-тар, ауыл амбулаториялары төҙөлөшөндә лә файҙаланырға иҫәп тотабыҙ,- тине Радий Фәрит улы.
Төҙөлгән үҙәк бер ҡатлы, тиҙ ҡорола торған модуль конструкцияларҙан тора. Уның майҙаны - 16 мең квадрат метр. Үҙәктә - бокслы 100 палата, шул иҫәптән 82 палата тәүлек әйләнәһенә эшләүгә иҫәпләнгән, 18-е реанимацияға тәғәйенләнгән. Айырым диагностика, дезинфекциялау, лаборатория, дарыухана һәм стерилләү үҙәге бар. Яңы дауахана 470 кеше ҡабул итә ала.
Төҙөлөш менән бергә үҙәк биләмәләрен йәшелләндереү, ағастар ултыртыу һәм тротуарҙар һалыу эше лә дауам итә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: