-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2020, 22:45

Балаларға – өҫтәмә дәүләт ярҙамы

Бөгөн Президент Владимир Путин Рәсәй халҡына тағы мөрәжәғәт итте. 12 майҙан коронавирус һалыуына бәйле иғлан ителгән ял көндәре тамамлана.

Бөгөн Президент Владимир Путин Рәсәй халҡына тағы мөрәжәғәт итте. 12 майҙан коронавирус һалыуына бәйле иғлан ителгән ял көндәре тамамлана.
Ил етәксеһе шулай уҡ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында белдереү яһаны.
Шулай итеп:
- мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә июндә балаға тәғәйенләнгән ярты йыллыҡ түләүҙе бер юлы алыу хоҡуғы бирелә. Ул яҡынса 33 мең һум тәшкил итә;
- йәш бала ҡараған өсөн түләү ике тапҡырға арттырыла, ул 6 мең. 751 һум буласаҡ;
- 1 июндән 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге һәр балаға 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү индерелә;
- әсәлек капиталы булмаған ғаиләләрҙәге 3 йәшлек сабыйҙарға ла апрель, май, июнь айҙарында 5 мең һум түләү ҡарала;
- эш урындарын 90 процентҡа һаҡлаған ойошмаларҙың хеҙмәт хаҡы түләү өсөн алған кредиттарын һәм проценттарын дәүләт үҙе ҡаплай. Яңы кредит алған осраҡта ставка 2 процент тәшкил итәсәк;
- пандемиянан зыян күргән бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарҙың һалымы һәм страховкалау иғәнәһе икенсе кварталда тулыһынса юйыла;
- үҙ мәшғүллек эшен асҡан кешеләргә 2019 йылда түләгән һалымдары тулыһынса кире ҡайтарыла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: