+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2020, 21:00

“Аҡсарлаҡ” теплоходын Ағиҙел тулҡындары көтә

1 майҙа “Аҡсарлаҡ” теплоходы Ағиҙелдә пассажирҙар караптарының йөҙөү миҙгелен асырға тейеш ине. Мәкерле коронавирус был пландарға ла үҙгәрештәр индерҙе.

1 майҙа “Аҡсарлаҡ” теплоходы Ағиҙелдә пассажирҙар караптарының йөҙөү миҙгелен асырға тейеш ине. Мәкерле коронавирус был пландарға ла үҙгәрештәр индерҙе.
Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Затон биҫтәһендәге “Судно ремонтлау – судно төҙөү заводы” ЯСЙ-ндә булды. Ул “Аҡсарлаҡ”, “Арыҫлан Мөбәрәков” һәм “Башҡортостан” теплоходтарын ҡараны, предприятины тергеҙеү эштәре менән танышты.
– Беҙ заводты банкротлауҙан йолоп алып ҡалдыҡ. Идарасылар, милек эйәләренең әленән-әле алмашынып тороуына сиҡ ҡуйҙыҡ, июнь урталарына мәсьәлә тамам хәл ителәсәк. Бында тейешле тәртип буласаҡ: пассажирҙар флотын тергеҙәсәкбеҙ, хеҙмәткәрҙәр үҙ эшенә ҡайтыр, көслө етәксе ҡуйырбыҙ. Үкенескә ҡаршы, яңы суднолар һатып алыу мөмкинселеге юҡ әле, булғандары менән эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Республика хөкүмәте хәҙер Башҡортостандың уникаль был предприятиеһын артабан үҫтерерлек инвестор эҙләй, тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: