+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Май 2020, 10:25

Байрам фейерверктары яҡтыртты күкте

Сираттағы Еңеү көнө тарихта ҡалды. Бер нәмәгә ҡарамай илебеҙ 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңеүҙең юбилей датаһын – 75 йыллығын киң билдәләне.

Сираттағы Еңеү көнө тарихта ҡалды. Бер нәмәгә ҡарамай илебеҙ 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңеүҙең юбилей датаһын – 75 йыллығын киң билдәләне.
Эйе, коронавирус эпидемияһына бәйле, халыҡ байрам сараларында ҡатнаша алманы. Күнегелгән парад, үлемһеҙ полк колонналарының урамдарҙан үтеүе, асыҡ майҙандарҙа концерттар, уйындар булманы. Ә бит көн ниндәй матур, сағыу, байрам һәм ял өсөн бигерәк ҡулай ине.
9 майҙың иртәһе “Рәсәй флагтары. 9 май” акцияһы менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, Дан мемориалының Геройҙар Аллеяһына ҡуйылған Миңлегәле Шайморатов һәм Таһир Кусимов бюстарына сәскәләр һалды. Был сарала ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән Ватан һаҡсыларын, Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алды.
Башҡортостанға Рәсәй Геройы, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал Миңлеғәле Шайморатовтың Алтын йондоҙон алып ҡайтыу – байрамдың төп сараһы булды. Геройҙың дәүләт наградаһын Өфөнөң Совет майҙанында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡабул итеп алды һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге осоусылар әҙерләү йүнәлешле Өфө интернат-мәктәбе кадет корпусы кадеттары оҙатыуында Башҡортостан Милли музейына илтеп тапшырҙы.
Республика халҡы өйҙә ултырған килеш Бөтә Рәсәй “Еңеү көнө” йырын башҡарыу һәм “Еңеү уты” акцияларына әүҙем ҡушылды.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналы саралар Өфөлө һәм республиканың барлыҡ ҡала һәм район үҙәктәрендә байрам фейерверктары менән тамамланды. Баш ҡалабыҙҙа ул тәүге тапҡыр ете майҙансыҡта ойошторолдо: Ленин майҙанында, “Мотор төҙөүселәр” мәҙәниәт һарайы алдында, Нуғай ҡасабаһында, “Водник” стадионында, Дим биҫтәһенең һәм Иван Яҡутов ял һәм мәҙәниәт парктарында, Рабкоров, Ураҡсин, Үр урамдары киҫелешендәге майҙансыҡта. Киске 23.00 сәғәттә күккә 3 000-гә яҡын залп сөйөлдө.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: