+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Май 2020, 18:12

27 сирленең хәле ауыр

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 10 майҙағы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә коронавирус тағы 75 кешелә асыҡланған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 10 майҙағы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә коронавирус тағы 75 кешелә асыҡланған.
Шулай итеп, республикабыҙҙа COVID-19 диагнозының раҫланған осраҡтары барлығы – 1491.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 453 ауырыу дауа ала. 242 сырхауҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек, 184-енең – уртаса ауырлыҡта, 27-һе – ауыр хәлдә, шуларҙың 17-һе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған, ти табиптар.
Сирҙе еңел үткәреүсе 588 ауырыу амбулатор дауалана. Эпидемия башланғандан алып бөтәһе 435 кеше ауырыуҙы еңеүгә өлгәште.
Коронавирус инфекцияһы йәмғеһе 15 яҡташыбыҙҙың ғүмерен алып китте. Һуңғы тәүлектә унан үлеү осрағы теркәлмәгән.
Күреүебеҙсә, яңы ауырыуҙар тәүлек һайын өҫтәлеп тора. Ләкин был афәт сигенер көн дә етер. Ә әлегә – түҙемлекте туплап, унан һаҡланабыҙ, дуҫтар.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: