+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 00:10

Ватан алдында хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланған

Өфөнөң Совет районында “Ветеран йорто янында парад” партиотик акцияһы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ибраһим Зәкир улы Шакиров һәм Геннадий Константинович Нечаев йәшәгән Достоевский һәм Степан Злобин урамдарында үтте.

Ибраһим Зәкир улы армия сафына 1944 йылда алына. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша, Ҡытай, Төньяҡ Корея илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғыша ордены, “Японияны еңгән өсөн” миҙалы менән наградлана.
Отставкалағы подполковник Геннадий Константиновичтың хеҙмәт юлы автомобиль техникаһы менән бәйле. Утыҙ йылдан ашыу ул эске ғәскәр көстәрендә хеҙмәт итә. Отставкаға сыҡҡас, Өфө авиация-техник университетында уҡыта, бик күп дәүләт наградаларына лайыҡ була.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: