+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 12:40

Тарихи мәлдәр

Бөгөн республикабыҙҙа тарихи ваҡиға: данлыҡлы генерал, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың “Алтын Йондоҙо” Өфөгә килде. Әлеге ваҡытта ул кортеж оҙатыуында баш ҡалабыҙ урамдары буйлап үтеп, Совет майҙанына килеп етте.

Белешмә:
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов 1-се Айырым Кавалерия полкы, ә 1941 йылдың декабренән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән етәкселек итә. Данлыҡлы дивизия алыштар менән Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыу юл үтә. 3860 яугир ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Шуларҙың 78-е – Советтар Союзы Геройы, бише – Дан орденының тулы кавалеры. Легендар командир үҙе ике Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.
Генерал Шайморатов 1943 йылдың 23 февралендә Донбасс өсөн алыштарҙа һәләк була.
2020 йылдың 30 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән генерал-майор, 112-се Башҡорт атлы дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройының “Алтын Йондоҙо”на лайыҡ булды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: