+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 21:08

Төбәктәрҙә Еңеү байрамы

Республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә лә, үҙҡурсаланыу көндәренә ҡарамаҫтан, Еңеү байрамын билдәләнеләр.

Республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә лә, үҙҡурсаланыу көндәренә ҡарамаҫтан, Еңеү байрамын билдәләнеләр.
Сибай ҡалаһында быйылғы Еңеү көнө ”Ветеран йорто алдында парад” тигән акция менән башланды. Ҡалала Хәбиб Шөғәйеп улы Азаматов һәм Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы Рысбаева йәшәй. Хәбиб Шөғәйеп улы 1943 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Ул беренсе Балтия фронты составында Беларуссияны, Литваны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Сәмиғә Рысмөхәмәтова һуғышҡа 1942 йылда алына. 637-се авиация-штурмлау полкының 227-се дивизияһы сафында көньяҡ-көнбайыш фронтында була. Украина, Польша, Чехословакияны азат итә. Тыуған яҡтарына 1945 йылда ҡайтып, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай руднигында эшләй. Ул да икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән.
Парад башында Еңеү байрағы сығарылды. Ул барлыҡ Рәсәй халҡы өсөн Еңеү символы булып тора. Шулай уҡ ветерандар алдында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артистары сығыш яһаны.
Баймаҡ районында ҡотлау адресы һәр бер ветеранға шәхсән яңғыраны. Улар ни бары өс кеше - Ғәйзулла Әблүзин, Хажиғәле Рысмөхәмәтов, Валентина Потапова. Бөгөн журнал сайтында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Мөхәмәт улы Әблүзиндың үҙенсәлекле хәрби юлы хаҡында очерк та баҫылды.
Баймаҡта “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе урамдарҙан тантаналы парад менән үтте. Уны һәр кем үҙ ихатаһынан күҙәтә алды.
Йылайыр районында ла берҙән-бер ветеран Николай Антонович Алонцевты тәбрикләнеләр. Уның йорто алдында тантаналы марш менән автоколонна һәм “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ойошмаһы ветерандары үтте. Тынлы музыка ҡоралдары оркестры хәрби йылдарҙағы йырҙарҙы һәм марш башҡарҙы. Николай Алонцев хәрби хеҙмәткә 1943 йылда алына, унда радист һөнәрен үҙләштерә. Был өлкәләге яҡшы белгес булараҡ, Еңеү көнөнә тиклем округ штабында хеҙмәт итә.
Бөгөн барлыҡ төбәктәрҙә лә иртәнге сәғәттәрҙә обелисктарға сәскәләр һалдылар, ҙур булмаған митингылар ойошторҙолар, ветерандарға шәхси бүләктәр тапшырҙылар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: