+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 15:32

“Ғүмерем буйы кем мине азат иткәнен хәтеремдән сығармаҫмын”

Миңлеғәли Шайморатовтың “Алтын Йондоҙо”н Өфөгә алып ҡайтҡан Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Игорь Харченко һөйләй:“Был бүләк бик оҙон юл үтте. Милли герой генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың геройҙарса вафат булыуына 77 йыл үткән. Хаҡлыҡ, ғәҙеллек еңеп сыҡты, ул Рәсәй Федерацияһы Геройы булырға тейеш. Владимир Владимирович Путин 75 йыл дауам иткән етешһеҙлекте юҡҡа сығарҙы. Шайморатов беҙҙең республиканың 280-се Рәсәй Геройы. Донъяла, Рәсәйҙә, беҙҙең республикала ғәҙеллек барлығын күреп, барыһының да күңеле күтәрелер, дәртләнеп китер, тип уйлайым.

Миңлеғәли Шайморатовтың “Алтын Йондоҙо”н Өфөгә алып ҡайтҡан Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Игорь Харченко һөйләй:
“Был бүләк бик оҙон юл үтте. Милли герой генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың геройҙарса вафат булыуына 77 йыл үткән.
Хаҡлыҡ, ғәҙеллек еңеп сыҡты, ул Рәсәй Федерацияһы Геройы булырға тейешю Владимир Владимирович Путин 75 йыл дауам иткән етешһеҙлекте юҡҡа сығарҙы. Шайморатов беҙҙең республиканың 280-се Рәсәй Геройы. Донъяла, Рәсәйҙә, беҙҙең республикала ғәҙеллек барлығын күреп, барыһының да күңеле күтәрелер, дәртләнеп китер, тип уйлайым.
Миңә яуаплы эште – Геройҙың “Алтын Йондоҙ”он республикаға алып ҡайтыуҙы ышанып тапшырҙылар. Юл буйына күп уйландым. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың мин донъяға килгән ерҙә вафат булыуын белеп бик ғәжәпләндем. Ул хәрби батырлыҡ күрһәткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дошман ҡулы уның ғүмерен өҙгән. Ул Луганск өлкәһенең Петровск ҡалаһы биләмәһендә ерләнгән. Ул мәңге хәтерҙә. Уның героик батырлығын онотмаҫбыҙ, тип ышанам. Ә мин ғүмерем буйы кем мине азат иткәнлеген хәтеремдән сығармаҫмын”.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: