+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 19:18

Әлшәйҙәрҙән – Еңеү көнөнә йыр-бүләк

Әлшәй тарафтарындағы моңһөйәрҙәр бөйөк байрамыбыҙға булған хистәрен Еңеү хаҡындағы башҡортса йырҙарҙа сағылдыра.

Әлшәй тарафтарындағы моңһөйәрҙәр бөйөк байрамыбыҙға булған хистәрен Еңеү хаҡындағы башҡортса йырҙарҙа сағылдыра.
Был турала “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитендәге ҡәләмдәштәребеҙ бөгөнгө байрам яҙмаһында бәйән итә. Һеҙ ҙә тыңлағыҙ әле, дуҫтар!
Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡытыусылары һәм Ҡармыш ауылының “Йәйғор” ансамбле “Еңеү йыры” интернет-марафонына ҡушылып, Давид Тухманов һәм Владимир Харитонов ижад иткән данлыҡлы “Еңеү көнө” йырын башҡорт телендә башҡарҙы.
Ә себенлеләр иң популяр йырҙарҙың береһе – “Катюша”ны башҡорт телендә йырлай. Афарин уларға! Мәңге һүнмәҫ Еңеү йырҙарын киләсәк быуындар ҙа онотмаһын!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: