+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 11:00

Флагтар – халыҡ берлеге символы

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Рәсәй төбәктәрендә “Рәсәй флагтары. 9 май” акцияһы бара. Уның төп маҡсаты – коронавирусҡа бәйле бөгөнгө ваҡиғалар шартында халыҡтың берлеген күрһәтеү.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Рәсәй төбәктәрендә “Рәсәй флагтары. 9 май” акцияһы бара. Уның төп маҡсаты – коронавирусҡа бәйле бөгөнгө ваҡиғалар шартында халыҡтың берлеген күрһәтеү.
Үткән йылдарҙа флагтарҙы тотоп урам буйлап үтһәк, быйыл улар йорттар балкондарына ҡуйылды. Өфөнөң Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттары, Октябрҙең 50 йыллығы, Зәки Вәлиди, Ленин, Яңы Күпер, Октябрь Революцияһы, Цюрупа, Чернышевский урамдарында йәшәүселәр акцияға әүҙем ҡушылды. Шулай уҡ өс төҫлө дәүләт символы “Ағиҙел” ҡунаҡханаһы һәм “Главпочтамт” биналарын биҙәне.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: