+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 14:58

Үҙе иҫән сағында уҡ ”Хәтер” китабында

Үҙе иҫән сағында уҡ Башҡортостандың ”Хәтер” китабына инеүен Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ғәйзулла Әблүзин осраҡлы ғына белеп ҡала. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе олатаһына килгән ҡыҙ туғаны аяҙ күктә йәшен атырлыҡ хәбәр еткерә.

Үҙе иҫән сағында уҡ Башҡортостандың ”Хәтер” китабына инеүен Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ғәйзулла Әблүзин осраҡлы ғына белеп ҡала. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе олатаһына килгән ҡыҙ туғаны аяҙ күктә йәшен атырлыҡ хәбәр еткерә.
Өҫтәүенә “Хәтер” китабын да алып килгән була. Унда аҡ ҡағыҙға ҡара менән:”Ғәйзулла Мөхәмәт улы Әблүзин, 1926 йылғы, Баймаҡ районында тыуған, 359СД, ҡыҙылармеец, уҡсы, 1945 йылд 15 апрелендә һәләк булды, Германияның Бреслау ҡалаһында ҡыҙылармеецтар зыяртында ерләнгән тип язылған.”
Бындай хәбәрҙе ветеран тыныс ҡабул итә. Сөнки мәктәптәрҙә балалар менән осрашыуҙарҙа, ҡайҙа барһа ла был турала ул күп тапҡырҙар һөйләгәне бар. Ысынлап та, яу йылдарында уның һәләк булыуы бик ихтимал ине. Тик уңышлы осраҡ һалдатты был фажиғәнән аралап алып ҡала.
Ғәйзулла Әблүзинды хәрби хеҙмәткә 1943 йылда саҡырылар.Егеткә 18 йәш тула.
-Баймаҡтан алты кеше киттек. Һалҡын декабрь айы ине. Киндер тоғобоҙҙа ҡорот һәм талкандан башҡа ашамлыҡ юҡ. Аттарҙа Түбә ауылына барып еттек, унан тауар вагонына тейәлеп, Силәбе аша Өфөгә юл тоттоҡ. Унда 6 ай уҡығандан һуң, кесе сержант дәрәжәһендә, Ырымбур өлкәһенә ебәрҙеләр, унан һуң тура фронтҡа оҙаттылар. Минең менән бергә яҡташым Таһир Арыҫланов тигән егет тә бар ине. Ул күпте күргән, һуғышта булып, яраланған, госпитәлдә ятҡан, яуға ҡабаттан китеп бара ине. Бер көндө иртән ул торҙо ла, үҙенең төшөн һөйләне: “Эй, ҡорҙаштар, яман төш күрҙем бит әле. Атта сабып бара инем, башымдан бүрегем төшөп ҡалды. Был насар төш, башым китте инде. Башҡа ҡайта алмам, тине көрһөнөп. Шул төшө юшҡа сыҡты бит", - тип хәтерләй ветеран.
Һуғыш урталары булғанғамы, был саҡырылышҡа ул тиклем дә ауыр булмай. Совет армияһы ғәскәрҙәре ярайһы тәжрибә туплаған, техника ла камиллашҡан була. Йәш егеттәрҙе Көнбайыш Украинаға ташлайҙар. Немецтар сигенә, унда бандеровцыларға ҡаршы яуҙа ҡатнашырға тура килә, улар етди ҡаршылыҡ күрһәтә.
-Тактикалары бик яман ине. Көндөҙ урманда йәшеренеп яталар, төндә беҙҙең яҡҡа сығып, егеттәрҙе һуйып китәләр. Беҙҙең часть Ивано-Франковский, Тернополь, Волынь, Львов ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашты.
-Ә хәтергә уйылып ҡалған тарихтар булдымы?
- Одер йылғаһын кисеүҙә ҡатнаштыҡ. Ысын алышты мин шунда күрҙем. Ул Бреслау тигән сәнәғәт ҡалаһы янында, немецтарҙың нығытылған урыны ине. Мин пехота составында алыштым. Башта беҙҙекеләр өҫтән бомбаға тотто, унан артиллерия ҡушылды. Шунан ғына, һуғышҡа пехотаны күтәрҙеләр. Бреслау ҡалаһын ҡаманыҡ, уның урамдарында ҡул һуғышы китте. Өйҙән-өйгә, урамдан-урамға йөрөп һуғыштыҡ.
Ветерандың үлем сере лә ошо Бреслау ҡалаһы менән бәйле. Әгәр ҙә”Хәтер” китабына ышанһаҡ, Ғәйзулла Әблүзин 75 йыл ер аҫтында ята. Яҡташы Таһир Арыҫланов менән пулемет артында торғанда, улар янында немецтарҙың фаустпатроны ярыла. Көслө шартлау һалдаттарҙы өҫкә күтәреп ергә һуға. Ғәҙәттә унан тере ҡалмайҙар. Таһир Арыҫланов, ысынлап та, һәләк була, ә бына Ғәйзулла Әблүзинды ер ҡуйынына тапшырған ваҡытта ул нисектер тауыш бирә. Быны бер һалдат күреп ҡала ла, командирға хәбәр итә. Ғәйзулла Мөхәмәт улы ялан госпитәленә барып эләгә. Шундай ығы-зығылар араһында Баймаҡ районы Байыш ауылына үле ҡағыҙы китә.
Быны аңларға мөмкин, һуғыш бара. Һуңынан ”Хәтер” китабы сығарған ваҡытта ла бер кем дә асыҡлап тормаған. Бына шулай Ғәйзулла Әблүзин һуғыш ҡорбандары араһына барып эләгә. Был тарихты бөгөн барыһы ла белә, өҫтәүенә ветеран ул “Хәтер” китабын үҙе күрһәтә ҡыҙыҡһыныусыларға.
-Яуҙа бер көн булыуы ауыр, ә унда башынан аҙағынаса булдым тигән ветерандарға мин ышанмайым, - ти ул.
Эйе, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Ғәйзулла Әблүзин да ҡайта алмаҫ ине, әгәр ҙә яҙмыш тәҡдире аяуһыҙ булһа. Ләкин ул Еңеү көнөн госпитәлдә ҡаршы алып, һуғыштан ҡайта. Ул ғына ла түгел, хоҙай уға оҙон ғүмер бүләк итә. Бөгөн дә ветеран сафта, 97 йәше менән бара. 75 йыл элек ҡалған ҡурҡыныс һуғыштың тере шаһиты.....
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: