Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирусты еңгәс, республикала Еңеү парады ла, “Үлемһеҙ полк” акцияһы ла буласағын вәғәҙә итте.
“Бөгөн иртән сәскәләр һалырға барҙым. Беләһегеҙме, вирустарға асыуым шул тиклем көслө ине. Беҙ был көнгә ысынында йыл буйы әҙерләндек – Хәтер һәм дан йылына балалар өсөн дә, йәштәргә лә, ветерандар өсөн дә бик күп саралар планлаштырылғайны. Ләкин беҙ бик ныҡышмалбыҙ, барыбер Еңеү парадын да, "Үлемһеҙ полк" акцияһын да уҙғарасаҡбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Был шарттарҙа Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүҙең төп сараһы Рәсәй Геройы, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалериһы дивизияһының командиры Миңлеғәли Шайморатовтың Алтын Йондоҙон мәңгелек һаҡлауға тапшырыу тантанаһы булды. Был тарихи ваҡиға республика халҡы өсөн бик ҡәҙерле, уны барыһы ла түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Мәсьәләне хәл итеү менән Радий Фәрит улы үҙе шөғөлләнде. Һәм бына бөгөн награда батырыбыҙҙың тыуған ерендә.
“Герой йондоҙон музейға мәңгелек һаҡлауға алып барған сағым – ғүмеремдәге мөһим ваҡиғаларҙың береһелер, моғайын. Генерал Шайморатовҡа айырым мөнәсәбәтем бар, уның фажиғәле лә, сағыу ҙа яҙмышы мине һәр ваҡыт ҡыҙыҡтырҙы. Яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн барлыҡ тырышлыҡты һалыу бурысын ҡуйғайным, бөтә республика менән уны үтәүгә өлгәштек. Халҡыбыҙҙың ынтылышы, изге теләге тормошҡа ашты һәм бының өсөн беҙ Президентыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, – тип билдәләне республика етәксеһе.