+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 20:58

Дан һеҙгә, батырҙар!

Бөгөн Учалы ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың йорттары янында “Ветерандар өйө эргәһендә парад” акцияһы булып уҙҙы.

Бөгөн Учалы ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың йорттары янында “Ветерандар өйө эргәһендә парад” акцияһы булып уҙҙы.
Район хакимиәте вәкилдәре уларҙы бөйөк байрам менән ихлас тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы. Хакимиәт башлығы Руслан Ғиләжетдинов ветерандар Ғарифулла Ғәйфулла улы Зөлҡәрнәев, Үзбәк Абдрахман улы Бузыҡаев, Фәрит Вәлиәхмәт улы Хәмитовтарҙың өйөндә булды. Яугирҙәргә арнап, уларҙың ихаталарында Учалы филармонияһы артистары концерт күрһәтте.
Әлеге көндә районда 19 һуғыш ветераны йәшәй, барыһы ла оло иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алынған. Бөйөк Еңеү көнөндә улар ҡотлауҙарға, рәхмәт һүҙҙәренә күмелде. Тыныс тормош өсөн батырҙарса алышҡан яугирҙәргә дан!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: