+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 11:25

Башҡортостан Башлығы сәскәләр һалды

Бөгөн Еңеү Паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты – республиканың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә сәскәләр һалды.

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары уйнағандан һуң, церемонияла ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән Ватан һаҡсыларын, Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алды.
Шулай уҡ Республика Башлығы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, Дан мемориалының Геройҙар Аллеяһына ҡуйылған Миңлегәле Шайморатов һәм Таһир Кусимов бюстарына сәскәләр һалды.
Артабан республикала былтыр ноябрҙә старт алған “Еңеү” марафонын йомғаҡлау - уның штандартын һәм Мәңгелек Ут менән капсуланы Хәрби Дан музейына тапшырыу церемонияһы үтте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: