Өфөнөң Совет майҙанында Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың Алтын йондоҙон Рәсәй Геройы Николай Злобин ҡулынан тантаналы шарттарҙа ҡабул итеп алды.
Алдан хәбәр ителеүенсә, юғары награда Башҡортостандың Милли музейында һаҡланасаҡ.
Майҙандан музейға тиклем араны Радий Фәрит улы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге осоусылар әҙерләү йүнәлешле Өфө интернат-мәктәбе кадет корпусы кадеттары оҙатыуында үтте. Музей директоры Марат Зөлҡәрнәев ҡиммәтле экспонатты актҡа ҡул ҡуйып ҡабул итеп алды. Геройҙың Алтын йондоҙо генерал Шайморатовтың махсус мөйөшөнә ҡуйыла, уны һәр кем ҡарай аласаҡ.