- “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә беҙгә музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм методик әҙәбиәт алырға аҡса бүленде. Быйыл тәүгеләрҙән булып “Михаил Глинка” пианинолары килде. Бик шатбыҙ, Республика Хөкүмәтенә, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына ҙур рәхмәтлебеҙ. Әлегә музыка ҡоралдарында уйнап ҡарай алмайбыҙ, училищела уҡыуҙар дистанцион рәүештә бара бит. Әммә улар кластарҙа урын алған, үҙ сәғәтен көтә, – ти училище директоры Лидия Воробьева.