Коронавирус һөжүмен көсәйтә: һуңғы тәүлектә сирҙең 89 яңы осрағы теркәлгән.
Башҡортостанда бөгөнгө көнгә ҡарата коронавирус менән сирләүселәр һаны 1332-гә етте.
Ауырыуға ныҡ бирешмәгән 512 кеше өйҙәрендә дауалана. Стационарҙарҙа 397 ауырыу ята: 26-һының хәле ауыр, шуларҙың 16-һы яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Һауығыусылар бөтәһе – 409. Аҙаҡҡы тәүлектә 48 кеше дауахананан сыҡҡан.
Эпидемия башланғандан алып ҡурҡыныс вирус 14 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө. Уҙған тәүлектә COVID-19-ҙан үлеү осраҡтары теркәлмәгән.
8 майға ҡарата республика лабораторияларында коронавирусҡа барлығы 108 мең анализ үткәрелгән, 101 351 кеше тикшерелгән.
Уяулыҡты кәметергә, битлектәрҙе һалып ташларға бик иртә әле, дуҫтарыбыҙ!