+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 11:30

Табиптарға ҡағылған тағы бер указ

Коронавирус менән көрәшеүсе табиптарға өҫтәмә дәүләт страховкаһын гарантиялау тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Коронавирус менән көрәшеүсе табиптарға өҫтәмә дәүләт страховкаһын гарантиялау тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың был турала махсус Указы рәсьми хоҡуҡ интернет-порталында бирелде. Коронавирус менән сирләгән йә шик тыуҙырған ауырыуҙы дауалаған, уны ҡараған табиптарға, башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм хеҙмәтләндереүсе персоналға өҫтәмә страховка гарантияһы бирелә, тип әйтелә документта. Уға ярашлы, башҡарған эштәренә бәйле улар менән бер-бер хәл килеп тыуһа, 2,7 млн. һумға тиклем страховка түләүе ҡаралған.
Апрель башында Президент коронавирус сире менән туранан-тура эшләгән табиптарға – 80 000, урта медицина хеҙмәткәрҙәренә – 50 000, кесе медицина хеҙмәткәрҙәренә 25 000 һум, тиҙ медицина ярҙамы табиптарына – 50 000, медицина ярҙамы фельдшерҙарына һәм водителдарына 25 000 һум өҫтәмә түләү индергәйне инде.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: