+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 23:59

Паровоз-һәйкәл

Өфөнөң Дим районында ғәҙәти булмаған һәйкәл бар. Паровоз-һәйкәлдең тарихы 1995 йылға барып тоташа. Ухтомский һәм Хәҡиҡәт урамдары киҫелешендә «Эр771-31» паровозы урын ала. Һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығы уңайынан асыла.

Баш ҡаланың төрлө ерендә йәшәүселәр был иҫтәлекле урынға килергә ярата. 2007 йылда Өфө тимер юлы транспорты техникумы асылғандан һуң паровоз-һәйкәлде уҡыу йортона яҡыныраҡ күсерәләр.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Дим станцияһы тимер юлсылары һәйкәлде “Еңеү паровозы”на әйләндерергә тәҡдим итә. Шулай Еңеүҙе яҡынайтыуға тимер юлы транспортының өлөшөн күрһәтергә теләй улар. Локомотив эксплуатация депоһы етәкселеге Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәте менән берлектә, шулай уҡ «Полиплекс» компанияһы, Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаттары ярҙамында ҙур эш башҡара: паровозды реставрациялай, граффити төшөрә, ҡойма менән урата, плакат менән биҙәй, яҡтылыҡ ҡуя.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Э сериялы паровоздар Советтар Союзының еңеү яулауында мөһим роль уйнай.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: