+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 22:40

Курск дуғаһы алышында ҡатнаша

Өфөнөң төрлө биҫтәләрендә бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Ветеран йорто янында парад” тип аталған акция үтте.

Өфөнөң төрлө биҫтәләрендә бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Ветеран йорто янында парад” тип аталған акция үтте.
Киров районының Пушкин урамында 95 йышлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәсим Ниғмәт улы Зөлҡәрнәев йәшәй. Сығышы менән ул Учалы районының Ахун ауылынан.
Һуғышҡа 1943 йылда алына. Курск дуғаһы алышында ҡатнаша, Орлов, Брянск өлкәләрен азат иткән ғәскәрҙәр сафында була. 1944 йылда Белоруссияла Шара йылғаһын кискәндә яралана. Еңеүҙе Сталинградта артиллерия училищеһында ҡаршылай.
I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғыша ордены, “Батырлыҡ өсөн” (ике тапҡыр), “Хәрби ҡаҙаныштыры өсөн” һәм башҡа дүрт тиҫтәнән ашыу миҙалдар менән наградланған. Һуғыштан һуң 33 йыл Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. Балалары ла уның юлын һайлай: улы – подполковник, ҡыҙы - запастағы майор.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: