8 һәм 9 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сараларҙы уҙғарыу ваҡытында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, Өфө территорияһында урам-юл селтәре участкалары ваҡытлыса ябылып тороласаҡ.
Атап әйткәндә, 9 майҙа сәғәт 10-дан 12 сәғәткә тиклем хәрби техника барған маршрут буйлап хәрәкәт сикләнәсәк: “Өфө” аэропорты – Өфө-Аэропорт автоюлы – З. Вәлиди урамы – Цюрупа урамы – Октябрҙең 50 йыллығы урамы – Октябрь проспекты – “Ҡала советы” туҡталышындағы боролош – Октябрь проспекты – Октябрҙең 50 йыллығы урамы – Революция урамы – Ленин урамы – Пушкин урамы – Совет майҙаны.
Шулай уҡ 8 май 22 сәғәттән алып 9 май 12 сәғәткә тиклем Совет майҙанында транспорт саралары хәрәкәте сикләнә.
Өфө ҡалаһы хакимиәте өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының хәрәкәткә ваҡытлыса сикләү индереүҙе аңлап ҡабул итеүен һорай, уңайһыҙлыҡтар тыуыу ихтималлығы өсөн ғәфү үтенә һәм үҙҙәренең маршрутын алдан планлаштырырға кәңәш итә.